ВКЛ / ВЫКЛ: ИЗОБРАЖЕНИЯ: ШРИФТ: A A A ФОН: Ц Ц Ц ЦНАСТРОЙКИ:
Государственное бюджетное образовательное учреждение РГИ им. Газиза Альмухаметова
450059, г. Уфа, ул. Рихарда Зорге, 25/1
Приёмная: 223-08-10 Бухгалтерия: 223-08-17 вахта: 223-07-56
Телефон горячей линии: 223-08-10

Государственное бюджетное образовательное учреждение РГИ им. Газиза Альмухаметова

МЕНЮ
Решаем вместе
Есть предложения по организации учебного процесса или знаете, как сделать школу лучше?

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2024

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы йыл һайын күркәм бер байрамға әүерелә. Өфө фән һәм технологиялар университетында ла сара бик матур үтте.
Уҡыу йортона килеп ингәс үк, байрам кәйефе һиҙелә ине. Туған телебеҙҙә көй-моң яңғырай. Ике яҡҡа теҙелеп баҫып, башҡорт филолологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты ҡыҙҙары һәм егеттәре ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылай, диктант яҙыу аудиторияһы эргәһендә үҙебеҙҙең дәртле йыр-моң көйҙәребеҙгә олоһо ла, кесеһе лә бейемәй түҙә алманы.

Быйыл диктант яҙыусылар «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире, прозаик, шағир Мөнир Ҡунафин, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина, педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зифа Илбахтинаның текстарын яҙҙы.
Беҙҙең гимназия ла был саранан ситтә ҡалманы. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар үҙ көсөн һынап ҡараны.
Был бик мөһим һәм кәрәкле сара, сөнки тел аша халыҡтың рухи мираҫы еткерелә. Тел йәшәһә, халыҡ та йәшәй.

GzMRbWDxZm8.jpg

© 2024. .